7 декабрь, Шаршамбы

24 май 2010 йыл, 12:30

Анкарала төрки телле мәғлүмәт агентлыҡтары етәкселәре кәңәшмәһе

автор: "Башинформ"

Бөгөн Төркиәлә Төрки телле мәғлүмәт агентлыҡтары союзына (ТКА) ингән яңылыҡтар агентлыҡтары етәкселәре йыйыла. Осрашыу Анкарала Төркиәнең «Анадолу» мәғлүмәт агентлығы базаһында үтәсәк.

Төрки телле яңылыҡтар агентлыҡтары берекмәһенә шулай уҡ "АзерТАдж" (Азербайжан), «Казинформ» (Ҡаҙағстан), «Кабар» (Ҡырғыҙстан), "Башинформ" (Рәсәй, Башҡортостан), «Татар-информ» (Рәсәй, Татарстан),  «Крымские Новости» (Ҡырым Автономиялы Республикаһы, Украина) инә.

Кәңәшмәнең маҡсаты — төрки телле мәғлүмәт агентлыҡтары араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм уларҙың эшмәкәрлеген яраштырыуҙы тәрәнәйтеү. Эш осрашыуы программаһында – киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге яңылыҡтар менән танышыу, ТКА интернет-бите буйынса фекер алышыу. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар «Анадолу» мәғлүмәт агентлығының эше, уның компьютер үҙәге, фото- һәм видеояңылыҡтар бүлектәре һәм башҡа подразделениелар менән танышасаҡ. 28 майға тиклем һуҙыласаҡ саралар программаһы шулай уҡ музейға һәм Эскишехир ҡалаһына барыуҙы ла индерә. «Башинформ» агентлығынан осрашыуҙа генераль директор Юнир Аҙнабаев ҡатнаша.

Быйыл Төркиәнең төп һәм иң ҙур мәғлүмәт агентлығы булып торған, бөтә донъяла киң билдәле һәм популяр “Анадолу" агентлығына 90 йыл тулды.

"Анадолу Аджансы" мәғлүмәт агентлығы 1920 йылда Төркиә Республикаһына нигеҙ һалыусы Мостафа Кемаль Ататөрк инициативаһы менән ойошторола. «Анадолу» агентлығының генераль директоры Хилми Бенги хәбәр итеүенсә, хәҙерге ваҡытта уның бөтә Төркиә буйлап 14 төбәк бүлеге һәм 30 бюроһы бар. Илдән ситтә агентлыҡтың 20 сит ил корреспондент пункты булдырылған.