9 декабрь, Йома

24 май 2010 йыл, 11:58

Стәрлетамаҡта төҙөлөш материалдары предприятиелары етәкселәре үҙ бурыстарын тикшерҙе

автор: Әнисә Абдуллина

Стәрлетамаҡта төҙөлөш материалдары етештереүсе предприятиелар етәкселәренең республика күсмә кәңәшмәһе үткәрелде.

Кәңәшмә башланғанға тиклем унда ҡатнашыусылар Стәрлетамаҡ предприятиеларында булды һәм Ҡала Мәҙәниәт йорто фойеһында урындағы төҙөлөш материалдары етештереүселәрҙең һәм проект ойошмаларының күргәҙмәһен ҡараны.

Стәрлетамаҡ – мөһим сәнәғәт производствоһы үҙәге, унда ҙур химия, нефтехимия, машиналар эшләү, эшкәртеү сәнәғәте, шулай уҡ республиканың төҙөлөш индустрияһы предприятиелары урынлашҡан. Дүрт айлыҡ йомғаҡтар буйынса Стәрлетамаҡ 19 миллиард һумлыҡ сәнәғәт продукцияһы етештергән. 450 миллион һумдан ашыу килем алынған. Стәрлетамаҡта боҙ аренаһы менән физкультура комплексын төҙөү дауам итә, дүрт айҙа 6 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән. Бөтә төҙөлөш предприятиелары һәм ойошмалары тарафынан башҡарылған төҙөлөш-монтаж эштәре күләме 711 миллион һумлыҡ булды — былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 127 процент. Был һандарҙы тәбрикләү һүҙендә ҡала хакимиәте башлығы Вахит Әбдрәхимов килтерҙе.

Хәҙерге ваҡытта ҡала хакимиәте торлаҡ объекттары төҙөлөшөн арттырыу буйынса саралар күрә: ҡаланың Көньяҡ-Көнбайыш һәм Көнбайыш райондарында күп фатирлы һәм аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө өсөн яңы майҙансыҡтар әҙерләнгән.

БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин төҙөлөш тармағы республиканың йәшәйеш мөхитен һәм бөтә иҡтисадын формалаштырыу, хәүефһеҙ торлаҡ, мәҙәни-көнкүреш шарттарын тәьмин итеү буйынса социаль, иҡтисади һәм техник бурыстарҙы хәл итеүҙе билдәләүе хаҡында иҫкәртеп уҙҙы.

Төҙөлөш иҡтисад секторҙары араһында беренселәрҙән булып финанс-иҡтисади көрсөктө үҙендә тойҙо. Республикала финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә инвестициялар күләме 2009 йылда унан алдағы йыл кимәленә ҡарата 30 процентҡа кәмене һәм ни бары 140 млрд. һум тәшкил итте. Шуға ҡарамаҫтан, республикала торлаҡ төҙөлөшө күләмдәрен кәметмәү өсөн саралар күрелде. Дәүләт ярҙамы саралары ҙур роль уйнаны. Һуңғы йылдарҙа шәхси торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә баҫым яһала. «Үҙ йортом» аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү республика маҡсатлы программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Республика Австрия инвесторҙары менән партнерлыҡта аҙ ҡатлы еңел йыйыла торған панель йорттар сығарыу буйынса өр-яңы производствоны ойоштороу инициаторы булып тора.

— Республика төҙөлөш баҙарын сит ил продукцияһына тиң юғары сифатлы төҙөлөш материалдары, изделиелар һәм конструкциялар менән тәьмин итеү, төҙөлөш үҙҡиммәтен һәм тотоноу сығымдарын кәметеү, шулай уҡ уңайлы йәшәү шарттары булдырыу – бына төҙөлөш материалдары етештереүҙе үҫтереүҙең төп бурыстары. Республикала төҙөлөш материалдары сығарыу яҡшы темптар менән бара, шул иҫәптән сит ил партнерҙары менән берлектә лә. Бөгөн сит илдәр яғынан республика иҡтисадына йәлеп итергә мөмкин булған инвестицияларҙың һәр һумы — ул өҫтәмә эш урындары, өр-яңы технологиялар. Был беҙҙә ярайһы уҡ яҡшы юлға һалынған, — тип иҫәпләй Рауил Ибәтуллин.

темалар: кәңәшмәләр