9 декабрь, Йома

24 май 2010 йыл, 11:14

Өфөлә «Йондоҙҙар - балаларға» хәйриә концерты үтәсәк

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, 1 июндә, Өфөлә, «Динамо» стадионында, «Йондоҙҙар — балаларға» хәйриә концерты үтәсәк. Окологик сирле балаларға ярҙам күрһәтеүгә аҡса йыйыу – уның төп маҡсаты. Проектты «Самородов — фонд» төбәк йәмәғәт берекмәһе менән «Ҡурай» музыкаль каналы ойоштора.

«Йондоҙҙар — балаларға» концерт проектында Айҙар Ғәлимов, Вилдан Яруллин, Сәғиҙулла Байегет, Айгөл һәм Урал Рәшитовтар, Гөлназ Биктимерова, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Венер Камалов һәм башҡалар ҡатнаша. Республиканың баш ҡалаһы барыһы 30-ҙан ашыу билдәле йырсыны һәм музыканттарҙы, Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ һәм атҡаҙанған артистарын ҡаршылаясаҡ.

Әйтергә кәрәк, проектта һәр кем үҙ теләге буйынса ҡатнаша.

Ойоштороусылар стадионға дүрт меңдән ашыу тамашасы йыймаҡсы, улар араһында балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре һәм инвалид балалар ҙа буласаҡ.  

Концертҡа билеттар һатыуҙан йыйылған аҡса хәйриә бюджетын тәшкил итәсәк, ул һуңынан операцияға мохтаж балалар өсөн донорҙар эҙләүгә һәм елек һатып алыуға йүнәлтеләсәк.

Концертҡа билеттарҙы Өфө ҡалаһы кассаларынан алырға мөмкин.

Борис Самородов хәйриә фонды иҫәбенә ҡулынан килгәнсә аҡса күсереп, һәр предприятие, ойошма ла «Йондоҙҙар — балаларға» проектында ҡатнаша ала. Аҡса күсереү өсөн «Башинвестбанк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә иҫәп асылған:

р/с 40703810100150000048

к/с 30101810200000000866

БИК 048073866   ИНН 0274107764   КПП 027401001

алыусыһы «Самородов — фонд».