4 декабрь, Йәкшәмбе

24 май 2010 йыл, 11:05

Истанбулда башҡорт һабантуйы бөтә Төркиәнән ватандаштарын йыйҙы

автор: Алик Шакиров

Шәмбе, 22 майҙа, Истанбулдың үҙәгендә, Мәхмәт Акиф Эрсой паркында, бөтә донъяға билдәле Изге София ҡорамы һәм Зәңгәр мәсет  эргәһендә  башҡорт милли байрамы – һабантуй үтте. Был Истанбулда Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт көндәрендә бөтә Төркиәнән ватандаштарыбыҙҙы йыйған иң күркәм сара булғандыр.

Истанбул һабантуйында Башҡортостандың рәсми делегацияһы ағзалары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Мирсаяпов, БР Президенты Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш һәм мәғлүмәти сәйәсәт идаралығы начальнигы Данил Азаматов, Рәсәй Федерацияһының Төркиә Республикаһындағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиле Каншаубий Мизиев һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.

Төркиәнең төрлө мөйөштәренән Истанбулға килгән ватандаштарыбыҙ менән бер рәттән байрам сараларында Төркиәнең власть органдары вәкилдәре, Рәсәй һәм сит илдәр дипломатик миссиялар етәкселәре лә ҡатнашты.

Истанбул һабантуйында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Төркиә халҡына Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов һәм республиканың күп милләтле халҡы исеменән ихлас ҡотлау һәм хөрмәт һүҙҙәре тапшырҙы. Төркиә менән Башҡортостанды тығыҙ дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй, уларҙың нигеҙе – уртаҡ төрки тамырҙар һәм тарих этаптары. Төрки мәҙәниәтен һәм сәнғәтен үҫтереү буйынса халыҡ-ара ойошма (ТӨРКСОЙ) 2010 йылды оҙаҡ йылдар Төркиәлә йәшәгән һәм ошонда уҡ ерләнгән башҡорт ғалимы–төркиәтсе Әхмәт-Зәки Вәлиди йылы тип иғлан итте. Башҡортостан Хөкүмәте Төркиә Республикаһында был күренекле ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәренең тыуыуына 120 йыл тулыуға арнап Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте көндәре үткәрергә ҡарар итте. Ә Башҡортостан делегацияһы уның ҡәберенә сәскәләр һалды.

Раил Сарбаев Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте көндәре сараларын үткәреүҙә баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәткән ойошмаларҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе. Һәр халыҡтың сәнғәте матур, ә мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге, улар менән танышыу – барыһын да байыта, төрлө милләт кешеләре араһында үҙ-ара аңлашып йәшәүгә булышлыҡ итә. Бер һабантуй ҙа спорт ярыштарыһыҙ, йыр һәм бейеүһеҙ үтмәй. Быларҙың барыһы ла Истанбул һабантуйында ла булды.

Ҡояшлы Истанбул тамашасыһына башҡорт йырҙары аһәңлеген республиканың төп коллективтары артистары: Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Әлим Ҡәйүмов,  Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Рима Амангилдина, Сибай дәүләт филармонияһы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры солистары һәм актерҙары һәм башҡалар еткерҙе. Сибай дәүләт филармонияһының "Сибай" бейеү ансамбле коллективының дәртле бейеүҙәре бер кемде лә вайымһыҙ ҡалдырманы, күп истанбулдар, һабантуй ҡунаҡтары беҙҙең профессиональ артистар менән бергә бейеүгә төшөп китте.

Парк уртаһында башҡорт тирмәһе ҡоролдо. Байрам ҡунаҡтары башҡорт милли аш-һыуын тәмләп ҡарай алды. Традицион һабантуйҙағы кеүек, Истанбул паркында ла күп уйын майҙансыҡтары өсөн урындар билдәләнде. Йырҙар, таҡмаҡтар һәм күңелле музыка яңғырап торҙо.

Истанбулдың үҙәк Мәхмәт Акиф Эрсой паркында, Изге София ҡорамы һәм Зәңгәр мәсет  эргәһендә үткән был байрам ҡала халҡының һәм килгән ҡунаҡтарҙың, шул иҫәптән Анкара, Истанбул, Измир, Төркиәнең башҡа ҡалалары юғары уҡыу йорттарында уҡыған –Башҡортостан Республикаһы студенттарының хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр.