8 декабрь, Кесе йома

24 май 2010 йыл, 10:42

«Өфө» аэропортында балалары булған әсәйҙәргә бүлмә асылды

автор: Любовь Колоколова

«Өфө» халыҡ-ара аэропортының эске авиалиниялары терминалы бинаһында  әсә һәм бала бүлмәһе асылды. Элек бындай хеҙмәт «Аэропорт» ҡунаҡханаһында ғына күрһәтелә ине.

Дүрт балаға иҫәпләнгән яңы бүлмә заманса мебель менән йыһазландырылған һәм ете йәшкә тиклемге балаларға, шулай уҡ йөклөлөктөң һуңғы айҙарындағы ауырлы ҡатындарға иҫәпләнгән. Аҙыҡ әҙерләү һәм гигиена өсөн айырым бүлмә булдырылыуы ла уңайлы. Бәләкәй балалары булған пассажирҙарға квалифицикациялы персонал ярҙам күрһәтә.

«Өфө» аэропортынан хәбәр итеүҙәренсә, әсә һәм бала бүлмәһе хеҙмәттәре менән ҡулланыу өсөн пассажирҙарға авиабилет һәм аэропорт медпунктынан бирелгән медицина белешмәһе талап ителә. Бүлмәгә инеү түләүһеҙ. Тәү сиратта бер йәшкә тиклемге, ике йәки унан да күберәк балары булған ҡатындар хеҙмәтләндерелә. Багажды һаҡлыҡ камераһына тапшырырға кәрәк, әсәйҙәргә үҙҙәре менән балалар әйберҙәре һәм балалар аҙығы ғына алырға рөхсәт ителә.  

Инфекция таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн, киҫкен респиратор ауырыуҙар менән балалар әсә һәм бала бүлмәһенә үткәрелмәй, әгәр кәрәк булһа, медпункт табибы менән тейешле дауалау учреждениеһына йүнәлтелә, тип аңлатма бирҙеләр Өфө аэропортында.