5 декабрь, Дүшәмбе

24 май 2010 йыл, 10:24

Белорет металлургия комбинаты йәйге һауыҡтырыу миҙгелен аса

автор: Эльвира Латипова

«Мечел» компанияһына ҡараған «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте йәйге һауыҡтырыу миҙгелен башлай. 2010 йылғы һауыҡтырыу кампанияһына предприятие етәкселеге биш миллион һум самаһы аҡса йүнәлтәсәк.

Бөгөн Белорет металлургия комбинаты хеҙмәткәрҙәренең балалары өсөн «Белоречье» шифахана-профилакторийы ишектәрен аса –«Әсә һәм бала» заезы башлана. Ике аҙна дауамында әсәйҙәре менән бергә бында санатор-курорт дауаланыуға мохтаж йөҙгә яҡын бала сәләмәтлеген нығытасаҡ.

«Әсә һәм бала» ике аҙналығын шифахана-профилакторийҙа «Һаулыҡ планетаһы» лагеры алмаштырасаҡ. Быйылғы йәйҙә «Һаулыҡ планетаһы»нда БМК хеҙмәткәрҙәренең 500-гә яҡын балаһының ял итеүе планлаштырыла. Шулай уҡ балаларҙың ҡаланан ситтәге һәм республика һауыҡтырыу лагерҙарында ял итеү мәсьәләһе лә хәл ителә, тип хәбәр итә Белметкомбинаттың йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм мәғлүмәт бүлеге.

Ата-әсәләре «БМК» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә, шулай уҡ «Пугачев карьеры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм  «Мечел-Материалдар» ЯСЙ, «Спецремзавод» ЯСЙ, «Мечел-Энерго» ЯСЙ Белорет филиалдарында эшләгән 120 бала август айының икенсе яртыһында өс аҙна дауамында Ҡара диңгеҙ буйында  «Диңгеҙ тулҡыны» балалар лагерында ял итәсәк.

«Мечел» компанияһы балалар ялына һәр ваҡыт иғтибарлы ҡарашта. Иҡтисади көрсөк ваҡытында ла был программаны финанслау туҡтатылмаған һәм ҡыҫҡартылмаған.