8 декабрь, Кесе йома

21 май 2010 йыл, 18:00

Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көнө менән!

автор: “Башинформ”

Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте еөндәре алдынан Башҡортостан сираттағы тапҡыр был ҙур мәҙәни байрамды үткәреү урыны итеп һайланды. Ошо айҡанлы Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов байрамда ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға ҡотлау ебәрҙе. Унда шулай тиелә:

"Ҡәҙерле дуҫтар!

Һеҙҙе Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте байрамында ихлас сәләмләйем!

Уны киң байрам итеү йолаһы йәмғиәтебеҙҙә ныҡлы тамыр йәйҙе. Ошо бөйөк мәғрифәтселәр — апостолдарға тиң изге ағалы-ҡустылы Кирилл һәм Мефодий көнө Рәсәй өсөн айырым әһәмиәткә эйә. Ил халыҡтарының күп быуатлыҡ туғанлыҡ, рухи яҡынлыҡ һәм көс символы булараҡ уның юғары әхләҡи әһәмиәте уртаҡ тарихыбыҙҙың рухи һәм мәҙәни-тарихи күсәгилешлелеген һаҡлап ҡалыуға ҡайтып ҡала. Ул беҙҙе милли мәҙәниәт сығанаҡтарына ҡайтара, үҙебеҙҙең телгә, Рәсәйҙең бай рухи-әхләҡи мираҫына ҡыҙыҡһыныуҙы уята һәм үҫтерә.

Славян әлифбаһы бик күп милли телдәр нигеҙенә һалынды, белем алыуға, кешеләр араһында үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыуға юл асты. Шуға күрә был байрам берҙәмлеккә һәм тотороҡлолоҡҡа, милләт-ара һәм конфессия-ара тыныслыҡҡа һәм татыулыҡҡа, хәҙерге йәмғиәттә изгелек, миһырбанлыҡ, татыулыҡтың юғары идеалдарын нығытыуға ынтылышыбыҙға ауаздаш.

Республиканың күп кенә райондарында һәм ҡалаларында үтәсәк тантаналар уларҙа күп һанлы ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға иң сағыу, шатлыҡлы тәьҫораттар бүләк итер, тип ышанам. Был көн үткәндәрҙең әһәмиәтле ваҡиғалары хаҡында иҫтәлек кенә түгел, шулай уҡ тыуған Башҡортостан һәм Бөйөк Рәсәй хаҡына тырышлыҡтарыбыҙҙы артабан да берләштереү өсөн этәргес булһын!

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, барлыҡ изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. РӘХИМОВ”.