4 декабрь, Йәкшәмбе

21 май 2010 йыл, 17:30

Башҡортостанда тағы бер республика МТС-ы төҙөләсәк

автор: Эльвира Латипова

Ауыл хужалығын техник һәм технологик модернизациялау эшкәртелмәй ҡалдырылған һөрөнтө ерҙәрҙе әйләнешкә индерергә булышлыҡ итә. Быйыл ошондай 70 мең гектар ерҙе файҙаланыуға индерергә планлаштырыла. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев фекеренсә, төп баҫымды төньяҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереүгә яһарға, ә бының өсөн тағы бер машина-технологик станция (МТС) төҙөргә кәрәк.

Бөгөнгә Ҡалтасы, Мишкә, Асҡын һәм Йылайыр  райондарында һәм республиканың төньяҡ-көнсығышында эшкәртелмәй ятҡан ерҙәр күп.

Яңы МТС-ты, беренсе сиратта, Нефтекама автозаводында йыйылған «Челленджер» иген йыйыу комбайндары һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин итергә планлаштырыла. Был МТС-ҡа ауыл хужалығы машиналары һәм ҡорамалдары һатып алыу өсөн  Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте гарантияһы аҫтында оҙайлы ваҡытҡа кредит йәлеп ителәсәк.

Машина-технологик станциялар өр-яңы юғары етештереүсәнле техника менән йыһазландырыла. Былтыр ғына был маҡсаттарға 2,1 миллиард һум аҡса йүнәлтелде. 840 берәмек самаһы техника һатып алынды. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Рәсәйҙең Техник йыһазландырыу буйынса дәүләт программаһының контроль маҡсатлы күрһәткестәрен үтәгән берҙән-бер төбәге булды.

Әйтергә кәрәк, былтыр МТС көстәре менән иген культуралары сәсеүлектәренең яртыһынан ашыуы урып йыйылды, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыштың 30 проценты йыйып алынды.