Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

«Рәсәй киләсәге» Милли йәштәр премияһына дәғүә итеүгә конкурс

Йәмғиәт

28 майға тиклем «Рәсәй киләсәге» милли йәштәр премияһына дәғүә итеүгә конкурста ҡатнашыуға заявкалар ҡабул ителә.

Жюри дөйөм Рәсәй, төбәк-ара һәм төбәк йәштәр һәм балалар йәмәғәт берекмәләренән программаларҙы һәм проекттарҙы баһалаясаҡ.

Премия «Мәҙәни-ара диалог», «Экология һәм тотороҡло үҫеш», «Беҙҙең Еңеү», «Журналистика һәм PR», «Наркотиктарға юҡ», «Ижтимағи дипломатия» номинациялары буйынса илдең талантлы йәштәре ҡаҙаныштарын һәм социаль мөһим йәштәр башланғыстарын дәртләндереүҙе күҙ уңында тота.

Конкурсты ябыу һәм йомғаҡ яһау 24 — 27 июндә Мәскәүҙә Рәсәй йәштәре көнөн байрам итеүгә арналған саралар сиктәрендә үткәреләсәк.

Заявкалар түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 101990, Мәскәү ҡалаһы, Маросейка урамы, 3/13, 4-се ҡат.

Конкурс тураһында положение менән Рәсәй Милли йәштәр һәм балалар берләшмәләре советының рәсми сайтында www.youthrussia.ru «Программалар һәм конкурстар» бүлегендә танышырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть