7 декабрь, Шаршамбы

21 май 2010 йыл, 16:05

Төбәктәрҙе финанслау буйынса Бөтә Рәсәй конференцияһы

автор: Сергей Захаров

Бөгөн Мәскәүҙә «Рәсәй төбәктәре һәм ҡалалары: хәҙерге этапта инвестицион программаларҙы һәм инновацияларҙы финанслауҙы ойоштороу» конференцияһы бара.

Уның делегаттары араһында Башҡортостан Финанс министрлығы вәкилдәре.  

Конференцияла төбәктәрҙе финанслауҙың һөҙөмтәле стратегияларын; хәҙерге этапта Рәсәй финанс баҙарҙарын көйләүҙең хоҡуҡи аспекттарын; йәлеп ителгән средстволар иҫәбенә субъекттарҙың һәм муниципалитеттарҙың үҫешен тиҙләтеү мәсьәләләрен; төбәк инвестиция рейтингыларын яҡлау проблемаларын; облигацияларҙың эске баҙарын үҫтереү перспективаларын һәм төбәктәрҙең иҡтисади потенциалы менән бәйле башҡа мәсьәләләрҙе тикшереү планлаштырыла.

Махсус ултырыш энергияны һаҡлаусы технологиялар өлкәһендә рентабелле инвестицион проекттарҙы финанслауҙы ойоштороуҙың халыҡ-ара тәжрибәһен өйрәнеүгә арналасаҡ.

Докладтар менән федераль ҡануниәт һәм башҡарма власть органдары, Мәскәү Хөкүмәте, төбәк һәм урындағы хакимиәттәр, Рәсәй һәм сит илдәрҙең ҙур банкылары, инвестицион компаниялар, финанс структуралары, төп халыҡ-ара рейтинг  агентлыҡтары вәкилдәре сығыш яһаясаҡ.