11 декабрь, Йәкшәмбе

21 май 2010 йыл, 15:40

Башҡортостан Президенты «ИКЕА Рәсәй һәм БДБ» башлығы менән осрашты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

21 майҙа Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «ИКЕА Рәсәй һәм БДБ» компанияһы генераль директоры Лейф Боргстром менән эш осрашыуы үткәрҙе. Өфөлә «МЕГА» күп функциялы ғаилә сауҙа-күңел асыу комплексы төҙөлөшөн тамамлау мәсьәләләре тикшерелде.

Республика Президенты Мортаза Рәхимов, төҙөлөш сиктән тыш оҙаҡҡа һуҙылыуын билдәләп, объектты сафҡа индереү сроктары менән ҡыҙыҡһынды. Комплекс 2008 йылда асылырға тейеш ине, ләкин подряд ойошмаларының эшмәкәрлеген тикшереү барышында асыҡланған етешһеҙлектәр арҡаһында төҙөлөш эштәре туҡтатылғайны. Күҙәтеү органдары яғынан бөтә дәғүәләрҙе бөтөргәндән һуң 2009 йылда төҙөлөш ҡайтанан башланды.

Осрашыуҙа Башҡортостан Президенты, комплекс быйыл октябрҙә файҙаланыуға тапшырылһын ине, тигән теләк белдерҙе.

Лейф Боргстром Мортазе Рәхимовҡа төҙөлөшлө тиҙләтеү буйынса ниндәй саралар күрелеүе хаҡында хәбәр итте һәм, «ИКЕА Рәсәй һәм БДБ» компанияһы ла төҙөлөш эштәрен тиҙерәк тамамлау яғында, тип билдәләне.

— Беҙ урындағы властар яғынан тулы ярҙам алабыҙ һәм быйыл комплекс асылыр тип ышанам, — тине Лейф Боргстром.

Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, «МЕГА» комплексында 2,5 меңгә яҡын эш урыны булдырыласаҡ. 2010 йылда планлаштырылған инвестициялар күләме 3 миллиард һум тәшкил итә.

Осрашыуҙа Башкортостан Республикаһының төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаев ҡатнашты.