9 декабрь, Йома

21 май 2010 йыл, 15:11

Башҡортостанға Италиянан делегация киләсәк

автор: Любовь Колоколова

24-25 майҙа Башҡортостан Республикаһына Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы Президенты Розарио Алессандрелло әфәнде етәкселегендә Италия сауҙа-иҡтисади миссияһы көтөлә. Италия делегацияһы Башҡортостанға ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына килһә лә, сәфәр программаһы бик тығыҙ буласаҡ.  

Сәфәр көндәрендә Розарио Алессандреллоның республика етәкселеге менән осрашыуы планлаштырылған, унда Италия менән Башҡортостан эшҡыуарҙарының эшлекле һәм иҡтисади хеҙмәттәшлеге, «Газ. Нефть. Технологиялар-2010» XVIII Халыҡ-ара махсус күргәҙмәһен асыуҙа ҡатнашыу, шулай уҡ итальяндар делегацияһында ҡатнашыусыларҙың төбәктәң сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеларына барыу перспективалары тикшереләсәк.

Италия сауҙа-иҡтисади миссияһының төп ваҡиғаһы булып 25 майҙа 15.00 сәғәттә БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығының конференцялар залында (К.Маркс урамы, 3) асыласаҡ «Италия объективында» Италия-Башҡортостан эшлекле даирәләр форумы торасаҡ.

Форумды ойоштороусылар — БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы, БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы.

Форумды үткәреү маҡсаты – Башҡортостандың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренең, министрлыҡтар һәм ведомстволарының, республика йәмәғәт эшҡыуарлыҡ берекмәләренең, эшлекле һәм мәҙәни даирәләренең Италия-Рәсәй сауҙа палатаһы һәм «Италия-Рәсәй мөнәсәбәттәрен үҫтереү үҙәге» Фонды менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеге аша Италия Республикаһы менән тышҡы иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе көсәйтеү.

Эшлекле миссия барышында шулай уҡ Италия-Рәсәй сауҙа палатаһын (ИРСП) презентациялау һәм Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13, 7-се ҡат, 17-се офис адресы буйынса ИРСП-ның Башҡортостан вәкиллеге офисын асыу тантанаһы үтәсәк.