Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 69.67 ↓

20 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Александр Жуков Олимпия комитеты башлығы вазифаһына һайланды

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Александр Жуковҡа Рәсәй Олимпия комитеты президенты вазифаһына һайланыуы менән ҡатлап телеграмма ебәрҙе.

«Хөрмәтле Александр Дмитриевич!

Һеҙҙе юғары вазифаға – Рәсәй Олимпия комитеты Президенты итеп һайланыуығыҙ менән ихлас ҡотлайым!

Һеҙҙең бай профессиональ һәм тормош тәжрибәгеҙ, юғары эшлеклелек һәм кешелек сифаттарығыҙ илдә һәм уның төбәктәрендә олимпия хәрәкәтен артабан үҫтереүгә, ватан спорты абруйын нығытыуға, Сочи ҡалаһында үтәсәк Уйындарҙа уларҙың еңеү традицияларын арттырыуға хеҙмәт итер, тип ышанам.  

Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, Рәсәй именлеге хаҡына күп яҡлы эшмәкәрлегегеҙҙә уңыштар теләйем!  

Ихтирам менән, Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Рәхимов».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть