4 декабрь, Йәкшәмбе

21 май 2010 йыл, 13:08

"Өфө" аэропортында Тажикстандан килгән балаларға вакцинация үткәрелә

автор: Любовь Колоколова

«Ҡырағай» полиомиелит вирусын Башҡортостанға индермәү маҡсатында БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән «РФ дәүләт сиге аша үтеү пунктында вакцинациялау тураһында» ҡарарға ҡул ҡуйылған.

Ҡарарға ярашлы “Өфө” халыҡ-ара аэропорты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең медицина пунктында Тажикстан Республикаһынан килеүсе 15 йәшкә тиклемге балаларға, вакциналь статусы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ауыҙға эшләнеүсе  полиомиелит вакцинаһы менән (бер тапҡыр ҡуйылған аппликация формаһында) вакцинация үткәрелә. Бынан тыш, илгә инеүсе авиапассажирҙар термометрия процедураһын үтә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай етди саралар күреүгә Тажикстандан инфекция инеү хәүефе сәбәпсе. Был көньяҡ республика территорияһында ағымдағы йылдың 22 апреленә ҡарата 16 йәшкә тиклемге балалар араһында паралитик полиомиелитҡа оҡшаш 128 киҫкен һүлпән фалиж осрағы теркәлгән, шуларҙың унауһы үлем менән тамамланған.  

Өфө аэропортынан хәбәр итеүҙәренсә, республикаға полиомиелит вирусын индермәҫ өсөн Тажикстандан килеүсе пассажирҙарға үҙҙәре менән киптерелгән емештәр һәм сәтләүектәр алырға ярамай.