6 декабрь, Шишәмбе

21 май 2010 йыл, 12:38

Мәләүез һөт-консерва комбинатына – 70 йыл

автор: Ғәлиә Нәбиева

Мәләүез һөт-консерва комбинаты хеҙмәтсәндәре бөгөн предприятиеның 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Юбилей айҡанлы үткәрелгән тантаналы сараларҙа БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов ҡатнаша.

Предприятие тарихы 1936 йылдан башлана. Ул ваҡыттағы Мәләүез ауылында һөт киптереү заводы төҙөлә башлай. Төбәктә был тәүге эре сәнәғәт предприятиеһы була. Заводты 1940 йылдың 11 февралендә эшләтеп ҡарайҙар, ә 1 апрелдән дәүләт комиссияһы ағзалары файҙаланыуға тапшырыу актына ҡул ҡуя.

Ппредприятие өсөн һөттө биш райондан — Мәләүез, Федоровка, Көйөргәҙе, Йомағужа һәм Воскресенск райондарынан йыйғандар. 34 һөт ҡабул итеү пункты ойошторолған. Һөт һатып алыу буйынса йыллыҡ план 12 377 тонна тәшкил иткән.

Предприятие үҫеше процесын һуғыш туҡтата. Йөҙҙән ашыу завод эшсеһе илде һаҡларға китә. Ҡуйыртылған һалатлы (солодлы) һөт, киптерелгән картуф һәм йомортҡа һарыһы ошо йылдарҙа етештерелгән төп продукцияға әйләнә.  

Һуғыштан һуң һөт киптереү заводы үҙенең үҫешен дауам итә. 50-се йылдарҙа производствола реконструкция үткәрелә, уның арҡаһында 60-сы йылдарҙа продукция сығарыу дүрт тапҡырға арта. 1966 йылда завод һөт-консерва комбинатына үҙгәртелә. 1974 йылда айыртылмаған һөт продукцияһын етештереү буйынса яңы цех төҙөлә. Предприятиеның сәскә атыу ваҡыты 90-сы йылдарға тура килә. Был – техник ҡоролмаларҙы яңыртыу һәм сеймал зонаһын киңәйтеү ваҡыты. Продукция тәүге тапҡыр экспортҡа оҙатыла башлай.

БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Мәләүез һөт-консерва комбинаты тәүлегенә 500 тоннаға яҡын һөт эшкәртеү мөмкинлегенә эйә юғары технологиялы, алдынғы предприятие. Әлеге ваҡытта комбинатта 468 кеше эшләй. Комбинаттың сеймал базаһы 11 һөт комбинатын берләштерә, Башҡортостандың 17 районынан 140-тан ашыу хужалыҡ һөт менән тәьмин итә. Продукция ассортиментын киптерелгән һөт продуктынан алып айыртылмаған һөт продукцияһына тиклем 40-тан ашыу аҙыҡ төрө тәшкил итә. Юғары сифаты арҡаһында ул ҙур һорау менән файҙалана, «Һөт индустрияһы» халыҡ-ара һөт форумының, “Алтын көҙ” бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең гран-прийына, алтын миҙалдарына лайыҡ булған. Комбинат Рәсәйҙең һөт баҙарында республика данын лайыҡлы яҡлай,  хаҡлы рәүештә «Рәсәй һөт продукты сифаты традицияларын һаҡлағаны өсөн» номинацияһында иң яҡшыһы тип билдәләнгән.