Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Ольга Платошина: «Башҡортостанда тыуыуың менән генә лә бәхетле»

Сәйәсәт

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Йортонда үткән «Волга буйы федераль округы төбәктәренең агросәнәғәт комплексы өлкәһендә йәш белгестәрҙе яҡлау буйынса тәжрибәһе» түңәрәк өҫтәле Волга буйы федераль округы Рәсәй ауыл йәштәре союзы Координацион советының Өфөләге эшен тамамланы.

Координацион советтың  Башҡортостанда үткәрелгән ике көнлөк ултырышында Рәсәй ауыл йәштәре союзының Үҙәк советы рәйесе Ольга Платошина, Волга буйы федераль округының 13 субъектынан Рәсәй ауыл йәштәре союзының төбәк бүлексәләре етәкселәре ҡатнашты. Улар менән бер рәттән түңәрәк өҫтәл эшендә БР Президенты Хакимиәте, республика парламенты, министрлыҡтар һәм ведомстволар, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, республиканың йәштәр йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре ҡатнашты.

Ауыл йәштәре менән осрашыуҙарҙа йәш кешеләрҙе борсоған актуаль проблемалар – дәүләт программалары сиктәрендә торлаҡ алыу, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы һәм агробизнесты үҫтереү, ауылда буш ваҡытты ойоштороу, йәштәр араһында эскелек кеүек социаль сирҙәргә ҡаршы көрәш һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.

Рәсәй ауыл йәштәре союзының Үҙәк советы рәйесе Ольга Платошина ауылды үҫтереү һәм ауыл йәштәренә ярҙам буйынса Башҡортостан тәжрибәһен юғары баһаланы.

— Һеҙ Башҡортостанда тыуыуығыҙ менән генә лә бәхетле, — тип бер нисә тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды Ольга Платошина республика йәштәре менән осрашыуҙарҙа.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть