10 декабрь, Шәмбе

21 май 2010 йыл, 11:41

Өфөлә классик сатраш буйынса ҡала беренселегенең II ярымфиналы үтә

автор: Ирек Мөхәмәҙиев

Ир-егеттәр араһында классик сатраш буйынса ҡала беренселегенең икенсе ярымфиналы Өфөлә шәмбе көндө старт ала. Турнирҙы ойоштороусы булып Өфөнөң сатраш федерацияһы сығыш яһай, турнир, ғәҙәттәгесә, БР Мәғариф министрлығының Республика сатраш буйынса балалар –үҫмерҙәр спорт мәктәбендә үтәсәк.

Турнир швейцар системаһы буйынса туғыҙ турҙа үткәрелә, контроль ваҡыт — һәр кешегә партия аҙағына тиклем сәғәт ярым. Ярымфиналда теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала, әммә квалификацияһы икенсе разрядтан кәм булырға тейеш түгел.  Еңеүсе юғары лигала уйнауға хоҡуҡ аласаҡ, ә икенсе – һигеҙенсе урын алыусылар беренсе лигала уйнаясаҡ.

темалар: сатраш