8 декабрь, Кесе йома

21 май 2010 йыл, 11:26

Башҡортостанда ХХI быуат лидерҙарын һайлайҙар

автор: Эльмира Сабирова

«ХХI быуат лидеры» республика балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре етәкселәре һәм лидерҙары конкурсының финалы Өфө районының “Йондоҙсоҡ” балалар һауыҡтырыу үҙәгендә старт алды.  

Унда ҡатнашыу өсөн балалар үҙәгенә Башҡортостандың 20 ҡала һәм районынан һайлап алыу турын үткән 100-гә яҡын еңеүсе йыйылған. Ярыштар дауамында уларға хоҡуҡ буйынса белемдәрен, социаль проекттарҙы бойомға ашыра һәм командала эшләй белеүҙәрен күрһәтергә тура киләсәк.  

Баһалама ағзаларына «Балалар йәмәғәт берекмәһе лидеры» (12-15 йәш), «Балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәһе лидеры» (16-18 йәш), «Йәштәр йәмәғәт берекмәһе лидеры» (19-25 йәш), «Балалар йәмәғәт берекмәһе етәксеһе», «Йәштәр йәмәғәт берекмәһе етәксеһе» кеүек биш номинацияла иң яҡшыларҙы билдәләргә тура киләсәк. Һуңғы ике номинацияла йәш сикләүҙәре юҡ. Төбәк этабы еңеүселәре артабан "XXI быуат лидеры" бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

«Башинформ» агентлығына БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурс балалар-йәштәр мөхитендә әүҙем гражданлыҡ позицияһы булған уңышлы шәхес образын формалаштырыуға, балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре алдынғыларының эшмәкәрлеген дәртләндереү, шулай уҡ йәмәғәтселек эшендәге уңышлы идаралыҡ тәжрибәһен таратыуға йүнәлтелгән.