6 декабрь, Шишәмбе

21 май 2010 йыл, 10:14

Мортаза Рәхимов граждандар оборонаһы буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

20 майҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Игорь Шувалов үткәргән граждандар оборонаһы проблемалары буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнашты.

Кәңәшмә ошо көндәрҙә Бөтә Рәсәй күргәҙмә комплексы биләмәһендә үткән «Комплекслы хәүефһеҙлек-2010» халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә ойошторолдо. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Рәсәй Федерацияһы территорияһында граждандар оборонаһын ойоштороу һәм алып барыу мәсьәләләрен, шулай уҡ хәҙерге социаль-иҡтисади шарттарҙа халыҡты яҡлау буйынса сараларҙы тикшерҙе.  

Форум эшендә федераль башҡарма власть органдары һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары етәкселәре ҡатнашты.

***

Белешмә:

Башҡортостан Республикаһында граждандар оборонаһын тейешле кимәлдә һаҡлау һәм ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү мәсьәләләренә айырым иғтибар бирелә. Предприятиелар тарафынан нефть һәм нефть продукттары түгелеүен иҫкәртеү һәм уларҙы бөтөрөү буйынса пландар эшләүгә контроль тормошҡа ашырыла. Тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәргә мониторинг һәм уларҙы күҙаллау мәсьәләләре буйынса эш ойошторолған. Хәүефле объекттарға һәм Башҡортостан Республикаһы территорияларына паспорттар биреү тамамланған. Граждандар оборонаһының һаҡлау ҡоролмалары фонды торошона контроль буйынса эш үткәрелә.