4 декабрь, Йәкшәмбе

21 май 2010 йыл, 9:56

Раил Сарбаев: Сәсеү майҙандарының яңы структураһы артыҡ игенде кәметәсәк

автор: Эльвира Латипова

Иген баҙарындағы конъюнктураны уңышһыҙ тип атарға мөмкин. Ауыл халҡы бер тонна игендең хаҡын 3,5 мең һум күләмендә көткәйне, ысынында иһә 1900 һум алды. Иген һатыу файҙа килтермәй: баҙар хаҡы үҙҡиммәттән кәмерәк килеп сыҡты. Был хәлдән сығыу юлын ҡайҙан эҙләргә? Кесе йома көндө БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында парламентарийҙар был һорауҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевҡа йүнәлтте.

—    Бөгөн беҙҙең элеваторҙарҙа 650 мең тоннаға яҡын иген бар. Көҙгә тиклем уны һаҡлауҙы республика бюджеты үҙенә ала, — тине Раил Сарбаев. – Ә хаҡтарҙы беҙ көйләй алмайбыҙ.

Шулай ҙа киләсәккә саралар күрелә. Премьер-министр депутаттарға тотош алғанда сәсеү майҙандары структураһын үҙгәртеү хаҡында бәйән итте: «иген» майҙандары кәметелә, ә башҡа иген культуралары сәсеүлектәре киңәйтелә.

— Быйыл ҡарабойҙай сәсеүлектәре 42 процентҡа арттырыла. Шулай уҡ кукуруз сәсеүлектәрен дә арттырабыҙ, — тине Раил Сарбаев. – Рапс менән әүҙем шөғөлләнә башланыҡ. Тәүге тапҡыр соя сәстек, шул иҫәптән 100 гектар – Мәләүез районында. Шишмә районында ла соя үҫтерергә маташабыҙ. Күберәк тә сәсергә мөмкин булыр ине, ләкин, баҡһаң, сояны табыу бик еңел түгел икән. Ә соя кәрәк. Мәҫәлән, Мәжит Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комплексына киләсәктә аҙыҡ етештереү өсөн 300 мең тонна самаһы соя талап ителәсәк.

Сәсеүлектәр структураһын ҡайтанан ҡарап, беҙ күпмелер кимәлдә артыҡ игенде көйләй алырбыҙ, тип уйлайым, — тип өҫтәне Раил Сарбаев.