3 декабрь, Шәмбе

20 май 2010 йыл, 17:35

Крещение көнө рәсми иҫтәлекле дата буласаҡ

автор: Марина Шумилова

Дәүләт Думаһы Рәсәй иҫтәлекле даталар исемлеген яңы иҫтәлекле дата — 28 июлдә билдәләнәсәк Русь Крещениеһы көнө менән тулыландырыуға ҡағылышлы закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул итте. Тейешле үҙгәрештәр «Рәсәйҙең хәрби дан көндәре һәм иҫтәлекле даталары тураһында» Законының 11-се статьяһына индерелде.

Закон проекты Президент Дмитрий Медведев менән Хөкүмәт Рәйесе Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса әҙерләнде, тип тапшыра РБК.