4 декабрь, Йәкшәмбе

20 май 2010 йыл, 17:22

Административ комиссия ағзаһы вәкәләттәре закон нигеҙендә туҡтатыласаҡ

автор: Николай Ермоленко

Республиканың дүртенсе саҡырылыш парламентының 25-се пленар ултырышында «Башҡортостан Республикаһында административ комиссиялар тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законының 4-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында” БР Законы проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Дәүләт ҡоролошо буйынса комитеты рәйесе Зөфәр Сафин хәбәр итеүенсә, закон проекты Башҡортостан Республикаһында административ комиссия ағзаһының вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуҙың айырым нигеҙҙәрен аныҡлау һәм конкретлаштырыу маҡсатында әҙерләнде.

Закон проекты Башҡортостан Республикаһында административ комиссия ағзаһының вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тәртибен көйләүсе нормаларҙы камиллаштырыуға йүнәлтелгән.

Мәғлүм булыуынса, административ комиссиялар Башҡортостан Республикаһы законы менән ҡаралған һәм үҙҙәренең компетенцияһына ҡараған административ хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар тураһында эштәрҙе ҡарарға тейешле даими эшләүсе коллегиаль органдар булып тора.