10 декабрь, Шәмбе

20 май 2010 йыл, 16:24

Июндә «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит!» акцияһы үтәсәк

автор: Юлай Мәғсүмов, Роман Покотило

2010 йылдың 1 июненән 30-ына тиклем РФ Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәте Халыҡ-ара наркоманияға һәм наркобизнесҡа ҡаршы көрәш көнөнә арналған «Үлем менән ҡайҙа сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит!» Бөтә Рәсәй наркотиктарға ҡаршы акция үткәрә.  

Уны үткәргән ваҡытта тәүлек әйләнәһенә республика наркоконтроленең 8-800-347-20-30 «ышаныс телефоны» эшләйәсәк, уның буйынса кешеләр наркотиктар әҙерләү, ҡулланыу һәм һаҡлау факттары һәм башҡа мөһим мәғлүмәттәр тураһында бушлай шылтыратып белдерә ала. Бер шылтыратыу ҙа иғтибарһыҙ ҡалдыралмаясаҡ. Бөтә мәғлүмәтте наркоконтроль хеҙмәткәрҙәре тикшереп, улар буйынса саралар күрәсәк.  

Республика халҡы шулай уҡ Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы рәсми сайтының (www.gnkrb.ru) махсус битендә наркотиктарға ҡаршы ведомство етәкселегенә һорауҙар бирә һәм тәҡдимдәрен белдерә ала.

Башҡортостан Республикаһы наркотиктарға ҡаршы комиссия рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы начальнигы полиция генерал-лейтенанты Валерий Кокин билдәләүенсә, «хоҡуҡ һаҡлау органдарының йәмәғәтселек менән үҙ-ара килешеп эш итеүе ыңғай һөҙөмтәләр генә бирә. Шуға күрә лә был юлы ла республика халҡы акция үткәреүгә аңлап ҡарар һәм наркотиктар менән бәйле афәткә бергәләп ҡаршы тороу эшендә әүҙем гражданлыҡ позицияһы күрһәтер, тип ышанабыҙ».