4 декабрь, Йәкшәмбе

20 май 2010 йыл, 15:06

2011 йылда юл комплексын финанслауҙы арттырырға планлаштыралар

автор: Эльвира Латипова

— Бөгөн беҙ республика Президентына 2011 йылда социаль-мәҙәни объекттар төҙөлөшөн ҡыҫҡартып, төп сумманы муниципаль һәм республика юлдарын тотоу һәм ремонтлауға йүнәлтергә тәҡдим иттек, — тип хәбәр итте бөгөн парламентарийҙарға БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Раил Сарбаев.

Депутаттарҙың ауылдағы юлдарҙы ремонтлау тураһындағы һорауына яуап биреп, юлдар торошо ҡәнәғәтләнерлек булмаһа ла, әлеге ваҡытта булған ихтыяжды тулыһынса ҡаплау мөмкинлеге юҡ, тип билдәләне Премьер-министр.

— Ауылдар араһындағы юлдарға ғына 5,7 миллиард һум кәрәк, ә республика буйынса дөйөм алғанда – 12,5 миллиард, — тине Раил Сарбаев. – Ә беҙ бер миллиард 49 миллион һум сумманы раҫланыҡ. Шуларҙан 233 миллион һум – ауылдағы юлдарҙы ремонтлауға һәм 333 миллион һум самаһы уларҙы тотоуға тәғәйенләнгән.