9 декабрь, Йома

20 май 2010 йыл, 14:34

Эстонияның Палдиски ҡалаһында Салауат телендә һөйләшәләр

автор: Галина Феоктистова

Иглиндар Эстонияның Палдиски ҡалаһындағы музейҙа башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың атаһы Юлай Аҙналин тураһында экспозиция булдырырға планлаштыра.

Элекке Рәсәй подводниктар әҙерләү үҙәге, Палдиски халҡы Башҡортостандан рәсми һәм шәхси делегацияларҙы һәр ваҡыт шатланып ҡаршылай. Легендар Салауат Юлаевтың яҡташтары килеүен улар ихлас көтөп ала. Күптән түгел «БР муниципаль берәмектәр Советы» Ассоциацияһы рәйесе, Иглин районы хакимиәте башлығы Ришат Исхаҡов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы сәфәре барышында ла тап шулай булды.

— Эстонияға беҙҙең сәфәр III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына һәм милли батырыбыҙҙың атаһы Юлай Азналиндың тыуыуына 280 йыл тулыуға әҙерлек сиктәрендә үтте. Юлай Аҙналиндың 280 йыллығын Иглин районында киң билдәләп үтергә йыйынабыҙ, — тип һөйләне Ришат Исхаков. – Юлай Аҙналин хәҙерге Иглин районы территорияһында тыуған, тип фараз ителә. Ул минең коллегам – Шайтан-Көҙөй улусы старшинаһы булған, тип әйтер инем, үҙ заманының бик белемле, абруйлы кешеһе булған. Улын тәрбиәләүҙә уның – атаһының роле бәхәсһеҙ. Азатлыҡ һөйөү, ойоштороу һәләттәре, тыуған яғына һөйөү, үҙ халҡы алдында яуаплылыҡ – быларҙың барыһын да Салауатта атаһы тәрбиәләгән. Юлай Аҙналин, билдәле булыуынса, улы артынан һөргөнгә китә һәм шунда вафат булып ҡала ла. Башҡорт батыры Салауат һуңғы төйәген тапҡан ҡәлғәгә барыу беҙҙең программаның мотлаҡ пункты булды, әлбиттә. Палдискиға сәфәребеҙ шулай уҡ Эстония башҡорттарының «Ағиҙел» милли-мәҙәни үҙәгенең 10 йыллығына ла тура килтерелде.

Сит илдәге ырыуҙаштарыбыҙҙың тормошо менән танышып, делегация ағзалары, сығыштары менән Башҡортостандан булған яҡташтарыбыҙ сит ерҙә юғалып ҡалмаған, тигән һығымтаға килде. Улар туған телен, мәҙәниәтен һаҡлаған. Эстония башҡорттары үҙ шәжәрәһен белә, ата-олатайҙарын хәтерләй һәм, әлбиттә, тыуған яғын һағына. Эстонияла йәшәүсе башҡорттар бер-береһе менән “Ағиҙел” мәҙәни йәмғиәте аша бәйләнеш тота. Уның рәйесе – Флүзә Хәйруллина. Ләкин был уның йәмәғәтселек эше. Ә ғөмүмән ул рус мәктәбенең башланғыс кластарында эстон телен уҡыта. Бына шулай, бер кешелә өс халыҡ берләшеүе сағылған.

Ришат Исхаҡов хәбәр итеүенсә, «Ағиҙел» йәмғиәте башҡорттарҙы берләштереү буйынса ҙур эш алып бара, башҡа мәҙәни берекмәләр менән бәйләнеш тота, айырыуса татар мәҙәни йәмғиәте менән тығыҙ хеҙмәттәшлек юлға һалынған.

Беҙҙең делегация Таллинда һәм Палдискиҙа концерттарҙа ла ҡатнашты. Эстонияның Эшҡыуарҙар союзы ағзалары менән осрашҡанда берлектәге иҡтисади проекттар тикшерелде. Мәҫәлән, эстондарҙы башҡорт балын үҙҙәренең республикаһына алдырыу ҡыҙыҡһындыра. Ихтимал, яҡын киләсәктә Иглин районы территорияһында ла берлектәге проекттар нигеҙендә яңы предприятиелар барлыҡҡа килер.

— Беҙ, иглиндар, «Ағиҙел» башҡорт йәмғиәте менән бәйләнеште артабан да өҙмәйәсәкбеҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Ришат Исхаҡов. – Эстон ерендә Салауат тураһында иҫтәлекте нисек ихлас һаҡлауҙарын күреү беҙҙең өсөн бигерәк тә ҡыуаныслы булды. Уның һәйкәлен тәрбиәләп тоталар, беҙҙең милли батырыбыҙ хаҡында хатта балалар ҙа яҡшы белә. Шулай ҙа, Эстонияла Салауат Юлаев музейы уның атаһы Юлай Аҙналин тураһында экспозиция менән тулыландырылырға тейеш, тип иҫәпләйем. Уның 280 йыллығын байрам итеү сиктәрендә беҙ быны бойомға ашырырға тырышасаҡбыҙ.

Бик тиҙҙән Палдиски халҡы Башҡортостанға һәм, атап әйткәндә, Иглин районына, яуап сәфәре менән киләсәк — башҡорт диаспораһы вәкилдәре III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашасаҡ. Шулай итеп, Эстониянан ватандаштарыбыҙ менән дуҫлыҡ нығыясаҡ.