Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Һабантуй» байрамын үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйылды

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов 2010 йылда «Һабантуй» халыҡ байрамын үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Указ менән республика район һәм ҡалаларында яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға арналған байрамды үткәреү графигы раҫланды.

Указға ярашлы, район һәм ҡала хакимиәттәренә ауыл хужалығы предприятиелары һәм ойошмалары етәкселәре менән берлектә агросәнәғәт комплексы предприятиеларының ҡышҡы осорҙағы һәм яҙғы баҫыу эштәре барышындағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау, шулай уҡ производство алдынғыларын хөрмәтләүҙе ойоштороу тәҡдим ителде. Һабантуйҙы байрам итеү сиктәрендә республиканың район һәм ҡалаларында киң ҡулланылыш тауарҙары йәрминкәһе, күләмле мәҙәни һәм спорт саралары, иң яҡшы йортҡа, урамға, торама пунктҡа конкурс ойоштороласаҡ, еңеүселәр бүләкләнәсәк.  

Указға ярашлы, Башҡортостандың бер нисә министрлығы һәм ведомствоһына район һәм ҡала хакимиәттәренә “Һабантуй” халыҡ байрамын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә булышлыҡ итергә ҡушылды.

Указдың үтәлешенә контроллек итеү Башҡортостан Республикаһы Президенты Хөкүмәтенә йөкмәтелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть