Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Раил Сарбаев: хужаһыҙ быуаларҙы шәхси ҡулдарға бирәсәкбеҙ

Иҡтисад

— Республика буйынса бөгөн 300-ҙән ашыу хужаһыҙ гидротехник ҡоролма бар. «Башмелиоводхоз» ДУП-ы ҡарамағында бик күп һыу ятҡылыҡтары бар — уларҙа балыҡ үрсетергә маташалар, әммә «үткәрмәҫкә», «бирмәҫкә» системаһы үҙенекен итә. Ағымдағы йылда беҙ, беренсенән, эйәһе булмағанды шәхси эшҡыуарҙарға бирергә, икенсенән, «Башмелиоводхоз»дың һөҙөмтәһеҙ файҙаланылған быуаларын балыҡ үрсетергә теләгән кешеләргә тапшырыу мәсьәләһен хәл итергә тырышасаҡбыҙ, — тип белдерҙе бөгөн БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев.

Премьер әйтеүенсә, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы әлеге ваҡытта балыҡ хужалығы эшмәкәрлеге программаһы өҫтөндә эшләй. 2010-2014 йылдарға иҫәпләнгән ошондай уҡ программа Башҡортостанда ла әҙерләнә.  

Программала, атап әйткәндә, балыҡ үрсетеүгә материалдар һатып алыуҙың бер өлөшөн компенсациялау һәм махсус ҡатнаш аҙыҡтар һатып алыуҙы субсидиялау ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть