10 декабрь, Шәмбе

20 май 2010 йыл, 12:51

Өфөлә балаларҙың сатраш буйынса турниры үтәсәк

автор: Ирек Мөхәмәҙиев

Өфөлә шәмбе көндө башланғыс класс уҡыусылары араһында страш буйынса турнир үтәсәк. БР Мәғариф министрлығының сатраш буйынса Республика балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ярыштарҙы ойоштороусы булып сығыш яһай.

Турнирҙа 1-4 класс уҡыусылары көс һынашасаҡ. Ярыштарҙы үткәреү системаһын баһалама ағзалары, ғариза биреүселәр иҫәбенә ҡарап, уйындар башланыр алдынан билдәләйәсәк. Һәр уйынсыға партия аҙағына тиклем 15-шәр минут ваҡыт бирелә. Өфө мәктәптәре уҡыусыларынан тыш турнирҙа йыл һайын Башҡортостан ҡалалары һәм райондарын уҡыусылары ла әүҙем ҡатнаша.

темалар: сатраш