4 декабрь, Йәкшәмбе

20 май 2010 йыл, 12:40

Ай башынан алып һыуҙа 17 кешенең ғүмере өҙөлгән

автор: Эльмира Сабирова

Ай башынан алып республика һыу ятҡылыҡтарында 17 кеше һәләк булған, шуларҙың береһе бала, 15 кеше ҡотҡарылған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, күңелһеҙ статистика кешеләрҙең ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүе арҡаһында һәләк булыуын йәнә бер раҫлай.    

— Һыу инеү миҙгеле республикала асылмаған әле, — ти матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Алина Ғәниева. — Әлеге ваҡытта пляждар һәм кеше күпләп ял иткән урындарҙы асыуға әҙерлек алып барыла.  

Шаршамбы, 19 майҙа, берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә Стәрлебаш районының Корнеевка ауылында ҡаза булыуы тураһында хәбәр килде.

— Дуҫтар компанияһы ял итеү өсөн йыһазландырылмаған быуаның яр буйында ял итә, — ти Алина Ғәниева. — Көндөҙ, бер аҙ һыуынырға теләп, 22 йәшлек йәш кеше һыуға инә. Көтмәгәндә ул бата башлай. Үкенескә күрә, дуҫтарының ҡотҡарырға теләүе уңыш менән тамамланмай. Батҡан кешенең кәүҙәһен киске эңерҙә туғандары ярҙан 50 метр алыҫлыҡта таба.

Ҡотҡарыусылар һыу инергә яратыусыларҙы иҫкәртә: йыһазландырылған ҡомлоҡтарҙа ғына һыу инегеҙ, айыҡ булмаған хәлдә һыуҙан алыҫ тороғоҙ, балаларығыҙҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.