7 декабрь, Шаршамбы

20 май 2010 йыл, 12:20

МДМ Банк ипотека кредитлауын киңәйтә

автор: Эльвира Латипова

МДМ Банк икенсел торлаҡ баҙарында торлаҡ һатып алыуға кредит бирә башланы. Ипотека кредиттары Себерҙә һәм Уралда — Иркутск, Кемерово, Новосибирск, Омск, Ырымбур, Свердловск, Томск, Тюмень һәм Силәбе өлкәләрендә, Алтай, Красноярск һәм Пермь крайында, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан банк филиалдарында бирелә.

Рәсәй аҡсаһы менән 300 мең һумдан дүрт миллион һумға тиклем күләмдәге кредиттар АИЖК стандарттары буйынса 20 йылға бирелә. Процент ставкаһы – беренсе иғәнәгә ҡарап 12,9-нән 13,8-кә тиклем (минималь иғәнә – өҫтәмә шарттарҙы үтәгәндә 20 проценттан башлана).

Күсемһеҙ милке булған һәм өҫтәмә рәүештә торлаҡ һатып алырға йәки аҡсаны башҡа маҡсатта файҙаланырға теләгән клиенттар өсөн банк шулай уҡ, бизнес менән бәйле булмаған осраҡта, ғариза биреүсенең фатирын залог итеп, ҡулланыусылар кредиты тәҡдим итә. 300 мең һумдан алып залогҡа тәҡдим ителгән фатир хаҡының 50 процентына тиклемге күләмдәге кредиттар өс йылдан биш йылға тиклем ваҡытҡа бирелә. Кредиттың процент ставкаһы – йылына 16,5 процент. Был хеҙмәт Новосибирск, Кемерово, Тюмень өлкәләрендә, Красноярск һәм Пермь крайында күрһәтелә.