7 декабрь, Шаршамбы

20 май 2010 йыл, 11:48

Рәсәй ғалимдары Сибайҙа биләмәләрҙе үҫтереү мәсьәләләрен тикшерә

автор: Сергей Захаров

Бөгөн Сибайҙа «Биләмәләрҙе тотороҡло үҫтереү: теория һәм практика» икенсе Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә.

Ул республика Хөкүмәте бойороғона ярашлы Башҡорт дәүләт аграр университетының Көньяҡ Урал филиалы базаһында үткәрелә.

Ойоштороусылар араһында — БР Фәндәр академияһы, «Төбәк тикшеренеүҙәре» дәүләт автономиялы фәнни учреждениеһы, Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хакимиәттәре.

БДАУ-ҙың Көньяҡ Урал филиалы директоры, профессор Йәлил Һөйөндөков хәбер итеүенсә, «конференцияның үҙенсәлеге шунда, был төрлө — социаль-иҡтисади, гуманитар һәм тәбиғәт-техник  йүнәлештәге фәндәр вәкилдәренең мөһим теманы, урындағы, төбәк һәм милли-дәүләт үҫеше өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған хәҙерге замандың глобаль проблемаһын тикшереү өсөн бергә йыйылыуы ғалимдар араһында һирәк күренеш».

Кешеләрҙең тормош сифатына һәм биләмәләрҙең тотороҡло үҫешенә йоғонто яһаусы комплекслы проблемалар тикшереләсәк.  

Ғилми форумда Курск, Һамар, Һарытау, Ырымбур, Омск, Глазов, Иркутск, Пермь, Өфө, Силәбе ҡалаларынан һәм Украинанан алтмыштан ашыу белгес ҡатнаша.