Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Мортаза Рәхимов граждандар оборонаһы буйынса кәңәшмәлә ҡатнашасаҡ

Сәйәсәт

20 майҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов граждандар оборонаһы проблемалары буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнашасаҡ.  

Кәңәшмә барышында Рәсәй Федерацияһы территорияһында граждандар оборонаһын ойоштороу һәм алып барыу мәсьәләләрен, шулай уҡ хәҙерге социаль-иҡтисади шарттарҙа халыҡты яҡлау буйынса сараларҙы тикшереү планлаштырыла.

Форумға федераль башҡарма власть органдары һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдары етәкселәре саҡырылған.

Граждандар оборонаһы проблемалары буйынса кәңәшмә был көндәрҙә Бөтә Рәсәй күргәҙмә комплексы территорияһында барған «Комплекслы именлек — 2010» Халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть