9 декабрь, Йома

20 май 2010 йыл, 11:07

Өфөлә Дәүләт Йыйылышының 25-се ултырышы башланды

автор: Николай Ермоленко

Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы Йортонда, Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 25-се ултырышы башланды. Уның эшендә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһы депутаттары, БР Хөкүмәте ағзалары ҡатнаша. Ултырышта шулай уҡ федераль ведомстволарҙың территориаль органдары, республика башҡарма власть органдары етәкселәре, Президент Хакимиәтенең, Дәүләт Йыйылышы Секретариатының һәм республика Хөкүмәте Аппаратының яуаплы хеҙмәткәрҙәре, Башҡортостан Республикаһы суд, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә бар.

Депутаттар ҡабул иткән көн тәртибендә 35 мәсьәлә, шул иҫәптән 22 республика һәм өс федераль закон проектын ҡарау, БР-ҙа Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең докладын тыңлау, мировой судьялар һайлау һәм башҡа мөһим мәсьәләләр. Ултырыш БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаевтың сығышын тыңлауҙан башланды, ул 2009 йылда республика ауыл хужалығын үҫтереү һәм 2008-2012 йылдарға ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре тураһында доклад яһаны.

Докладта ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү, ауыл хужалығына эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, ауыл хужалығының өҫтөнлөклө тармаҡтарын үҫтереү, ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү кеүек мәсьәләләр ҡарала, шулай уҡ 2010 йылға республика ауыл хужалығы үҫешенә прогноз яһала.