Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Интеллектуаль эшмәкәрлек мәсьәләләре буйынса ғилми-ғәмәли конференция

Иҡтисад

Өфөлә, «Баштехинформ» республика фәнни-техник һәм мәғлүмәт комплексы бинаһында, бөгөн «Интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен хоҡуҡи һаҡлау һәм коммерциалаштырыуҙың мөһим мәсьәләләре» VI Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы асылды.

Конференцияла интеллектуаль милекселекте хоҡуҡи һаҡлау, уны граждандар әйләнешенә индереү, инновацион эшмәкәрлек һөҙөмтәлелеген күтәреү, интеллектуаль милекселек өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү һәм нығытыу кеүек мөһим мәсьәләләр тикшереләсәк.

Пленар ултырышта Федераль сәнәғәт милекселеге институты, АҠШ-тың Патент ведомствоһы, БР Фәндәр академияһының төп белгестәре, республиканың Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы, Бөтә Рәсәй уйлап табыусылар һәм рационализаторҙар йәмғиәтенең Республика советы вәкилдәре һәм башҡаларҙың сығыштары планлаштырыла. Ике секцияның – «Интеллектуаль милекселек» һәм «Инновациялар һәм технологиялар» – эше ойоштороласаҡ.

Сара сиктәрендә тәүге тапҡыр «Уйлап табыусы-2010» күргәҙмәһе үтәсәк, унда 30-ҙан ашыу экспонент үҙ эштәрен ҡуясаҡ. Улар өсөн күргәҙмәлә ҡатнашыу бушлай.

Өфөнән һәм республиканың башҡа ҡалаларынан ҡатнашыусыларҙан тыш, форумға Һамарҙан, Силәбенән, Ырымбурҙан белгестәр килде.

Конференция ике көн буйына барасаҡ. Уның һөҙөмтәләре буйынса ғилми мәҡәләләр йыйынтығы сығарыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть