10 декабрь, Шәмбе

19 май 2010 йыл, 17:28

Пенсия системаһының инвестиция аспекттары буйынса конференция үтәсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

27 майҙа Конгресс-холда «Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше: пенсия системаһы һәм страховкалау» конференцияһы үткәрелә. Уны Пенсия тупланмалары средстволарын инвестициялау буйынса йәмәғәт советы һәм «Пенсионные деньги» журналы мөхәрририәте ойоштора.

Пенсия форумы эшендә пенсия тәьминәте мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе дәүләт структуралары һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм вәкилдәре, шулай уҡ пенсия индустрияһы эксперттары ҡатнаша.

Пенсия системаһының социаль һәм инвестицион аспекттарына республиканың бизнес вәкилдәре үҙ ҡарашын белдерәсәк. Бөгөнгә республиканың 60-тан ашыу предприятиеһы конференцияла ҡатнашыуға үҙ делегаттарын теркәне.

Конференцияла «Пенсионные деньги» журналының Башҡортостанда пенсия системаһын үҫтереүгә арналған махсус һаны таратыласаҡ.