8 декабрь, Кесе йома

19 май 2010 йыл, 17:10

Уҡытыусылар лайыҡлы баһаланды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Бөгөн Республика йортонда мөһим ваҡиға – иң яҡшы уҡытыусыларҙы, һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәрен һәм финалсыларын хөрмәтләү тантанаһы үтте. Быйыл улар дүртәү булды. "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы " төбәк-ара конкурсы, "Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы", "Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" һәм "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы”. «БР-ҙың атҡаҙанған йыл уҡытыусыһы» тигән юғары исемгә 21 педагог лайыҡ булды. Почетлы статус менән бер рәттән, педагогтар берләшмәһенең иң яҡшы вәкилдәренә БР Президенты премиялары ла тапшырылды.

Педагогик оҫталыҡта ярышыу тураһында һөйләп, Президент уларҙы үткәреүҙең мөһимлеген билдәләне.

— Бындай конкурстар һөнәрҙең абруйын нығыта, уҡытыусы хеҙмәтенә дөйөм иғтибарҙы йәлеп итә, — тине ул. — Ә иң мөһиме, улар һәләтле педагогтарҙың яңы исемдәрен бүләк итә, ә уларҙың тәжрибәһе өйрәнелә һәм пропагандалана.  

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, вице-премьер Илдус Илешев, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт советнигы Сергей Лаврентьев, БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, Өфө хакимиәте башлығы Павел Качкаев уҡытыусы хеҙмәтенә үҙҙәренең тәрән ихтирамын белдерҙе.

Уҡытыусының бурысы уҡыусыларына үҙ предметын өйрәтеү генә түгел, шулай уҡ уларға үҙ тәғәйенләнешен билдәләргә, тормошта үҙ урынын табырға, кеше тормошо ҡиммәттәрен аңларға ярҙам итеүгә лә ҡайтып ҡала, тип белдерҙе быйылғы конкурстар лауреаттарының барыһы ла.

темалар: мәғариф