3 декабрь, Шәмбе

19 май 2010 йыл, 16:26

Республикала урман янғындары кәмей

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Янғын хәүефлелеге миҙгеле башланғандан алып быйыл Башҡортостанда 103 урман янғыны сыҡты, 2216 гектар урман зыян күрҙе. Был турала БР Урман хужалығы министрлығының урмандарҙы һаҡлау һәм яҡлау бүлеге начальнигы Рафаэль Нәүширванов хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар һуңғы көндәрҙә янғын сығыуҙарҙы бер ни тиклем кәметте.

— Әммә, — тип билдәләй Рафаэль Рамазан улы, – шуға ҡарамаҫтан, янғын һүндереүселәр даими әҙерлек һыҙығында тора. Белорет, Баймаҡ һәм Учалы райондарында хәл көсөргәнешле ҡала. Йылайыр, Хәйбулла һәм республиканың башҡа ҡайһы бер райондарында ҡоро һауа торошо һаҡлана. Янғын сығыуҙар кәмеһен өсөн граждандарға урманда ваҡытта иғтибарлы һәм уяу булырға кәрәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика территорияһында айырым янғынға ҡаршы осор иғлан ителде, ул 30 июнгә тиклем һуҙыласаҡ. БР Урман хужалығы министрлығы урман массивтарында янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе күҙәтеүҙе көсәйтә һәм урманда патруллек итеүҙе һәм уратып һөрөп сығыуҙы ойоштора.