6 декабрь, Шишәмбе

19 май 2010 йыл, 15:08

1 июндә Башҡортостанда «Иң яҡшы муниципаль берәмек» конкурсы башлана

автор: Марина Шумилова

1 июндә Башҡортостанда «Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы муниципаль берәмеге» конкурсы башлана, унда 2009 йылдың 1 сентябренән 2010 йылдың 1 сентябренә тиклем эш һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы муниципалитеттар билдәләнәсәк. Урындағы үҙидараны үҫтереүгә, иң яҡшы муниципаль берәмектәрҙең ыңғай тәжрибәһен асыҡлауға һәм таратыуға, урындағы үҙидара өлкәһендә иң яҡшы белгестәрҙе яҡлауға йүнәлтелгән конкурсты «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре Советы» Ассоциацияһы ойоштора.

БР муниципаль берәмектәре Советы Идараһы тарафынан раҫланған конкурс тураһында Положениеға ярашлы, конкурс 23 номинация буйынса үткәрелә. Бынан алдағы конкурстар менән сағыштырғанда номинациялар исемлеге ярайһы уҡ киңәйтелде. Муниципалитеттар ярышында республиканың иң яҡшы муниципаль берәмектәре һәм урындағы властың бөтә кимәлдәрендә – муниципаль райондарҙа, ҡала округтарында, ҡала һәм ауыл биләмәләрендәге иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр генә түгел, шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙең иң яҡшы сайты, урындағы үҙидараның аяҡҡа баҫыуын иң яҡшы фәнни-методик сағылдырыу һәм хатта гражданлыҡ әүҙемлеген дәртләндереүҙең иң яҡшы практикаһы билдәләнәсәк. Киң мәғлүмәт саралары ла онотолмаған: конкурс һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары һәм муниципаль реформа барышын яҡтыртыусы иң яҡшы журналистар аталасаҡ.  

Ойоштороу комитетын «БР муниципаль берәмектәре Советы» Ассоциацияһы Идараһы рәйесе, Иглин районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Ришат Исхаҡов етәкләне.

Конкурсҡа документтар 1 июндән 1 сентябргә тиклем ҡабул ителәсәк. Еңеүселәргә бүләктәр 2010 йылдың сентябрендә үтәсәк БР муниципаль берәмектәренең III съезында тапшырыласаҡ.

Ойоштороу комитетының бәйләнеш телефондары – (347) 250-00-38, факс – 250-07-91. Адресы: Өфө ҡалаһы, Туҡаев урамы, 46, каб.306.