Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

«Алтын башаҡ» ауыл «Марадона»ларын эҙләй

Йәмғиәт

Еңеүҙең 65 йыллығына арналған «Алтын башаҡ-2010» республика ауыл футболистары ярыштары үҙенең ҡатнашыусыларын көтә. Ғаризаларҙы 21 майға тиклем Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы ҡабул итә.

Ярыштар республиканың муниципаль райондары араһында үткәрелә.

Финал ярыштарында призлы урындар алған командалар Бөтә Рәсәй «Алтын башаҡ» ярыштарында ҡатнашырға хоҡуҡ аласаҡ.

Былтыр Бөтә Рәсәй «Алтын башағының» «бронза»һын яулаған Өфө районының «Альтаир» командаһы уңышы быйылғы миҙгелдә лә Башҡортостан футболсыларының үҙҙәрен күрһәтә алыуына өмөт уята.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был турнир тарихы тамыры менән уҙған быуаттың 60-сы йылдарына барып тоташа. Ул ваҡытта  «Сельская жизнь» гәзите мөхәрририәте илебеҙҙең иң көслө колхоз дружинаһына тапшырылыусы СССР ауыл футболының төп трофейы — «Алтын башаҡ» Кубогын булдыра. Популяр турнирҙы тергеҙеү идеяһы 2002 йылда, уны Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының “төп аграрийы” Николай Харитонов ҡурсыуға алғас, хәл ителә.

Теги: футбол
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть