10 декабрь, Шәмбе

19 май 2010 йыл, 13:48

Ауыл биләмәләре палатаһы булдырыла

автор: Марина Шумилова

«Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре Советы» Ассоциацияһы сиктәрендә Ауыл биләмәләре палатаһы ойошторола. Был турала ҡарарҙы Ассоциация идараһы ҡабул итте. Уға республиканың бөтә 54 муниципаль районының ауыл муниципалитеттары етәкселәре, һәр райондан берәр кеше инә. Палата ауыл биләмәләрендә абруйлы урындағы үҙидара булдырыу, ауыл территорияларының социаль-иҡтисади үҫеше проблемаларын хәл итеү, ауыл биләмәләренең үҙ-ара хеҙмәттәшлеген тормошҡа ашырыуҙың йоғонтоло ҡоралы булып торорға тейеш.

Башҡортостанда бөгөн 895 муниципаль берәмек, шуларҙың 817-һе – ауыл биләмәләре, уларҙа республика халҡының 40 процентҡа яҡыны йәшәй. Ауыл муниципалитеттарының проблемалары уртаҡ, уларҙы хәл итеүгә ыңғай тәжрибәне өйрәнеү һәм таратыу, берҙәм позиция, урындағы үҙидараның өҫтөнлөклө мәсьәләләрен хәл итеүҙең тәғәйен механизмдарын булдырыу булышлыҡ итәсәк. Ауыл биләмәләре палатаһы тап ошоно маҡсат итеп ҡуя ла.

БР муниципаль берәмектәр Советы Идараһы тарафынан раҫланған Ауыл биләмәләре палатаһы тураһындағы Положениеға ярашлы, уның вәкәләтлек срогы – ике йыл. Ауыл биләмәләре палатаһына һәр муниципаль район вәкилен муниципаль район Советы ебәрә. Етәксе «ядро»ны — рәйесте, уның урынбаҫарын һәм секретарҙы – Палата үҙ составынан бер йылға һайлай.

БР муниципаль берәмектәр Советының Ауыл биләмәләре палатаһы 2010 йылдың ғинуарынан ғәмәлдә булған Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр конгресының Ауыл биләмәләре палатаһы аналогияһы буйынса төҙөлә. Был идея Рәсәйҙең күп төбәктәрендә яҡлау тапты.