6 декабрь, Шишәмбе

19 май 2010 йыл, 12:12

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы яҡтыртыуға республика конкурсы иғлан ителгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ менән Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органы (Башҡортостанстат) 2010 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышын һәм үткәреүҙе иң яҡшы яҡтыртыуға республика конкурсын иғлан итте.

Ижади ярышта республика, ҡала, район, ҡала һәм райондың берләшкән гәзит һәм журналдарының, интернет баҫмаларҙың мөхәрририәттәре һәм айырым журналистар ҡатнаша ала. Жюри 2010 йылдың 1 ғинуарынан алып 2010 йылдың 1 ноябренә тиклем баҫмала донъя күргән материалдарҙы баһалаясаҡ.  

«Республика киң мәғлүмәт саралары» номинацияһында еңеүселәр, унда республика кимәлендәге гәзит, журнал һәм интернет баҫмаларҙың конкурс материалдары инә, 35-әр мең һум премия аласаҡ.

Район, ҡала, берләшкән гәзиттәр араһынан иң яҡшы дүрт  мөхәрририәт коллективы һәм авторҙар 15 мең һум күләмендә премияға дәғүә итә. Еңеүселәр шулай уҡ БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡтың дипломдары менән, ә башҡа ҡатнашыусылар Башҡортостанстаттың рәхмәт хаттары менән наградланасаҡ.

Конкурс положениелары менән БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡтың (www.pressarb.ru) һәм Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең БР буйынса территориаль органының (Башҡортостанстат) (www.bashstat.ru) рәсми сайттарында танышырға мөмкин.