Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек планға ярашлы алып барыла

Иҡтисад

Волга буйы федераль округында 2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы ойоштороу буйынса Комиссия ултырышы үтте. Уны Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса РФ Хөкүмәте Комиссияһы ағзаһы, округтағы халыҡ иҫәбен алыу комиссияһы етәксеһе Леонид Гильченко алып барҙы.

Милли идентификация мәсьәләһендә граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын күҙәтеүҙе, дини кешеләрҙә халыҡ иҫәбен алыуға ыңғай ҡараш булдырыу буйынса төп дини конфессиялар вәкилдәре менән хеҙмәттәшлек итеү, был дөйөм Рәсәй сараһының мөһимлеген аңлатыу өсөн агитацион эштәр алып барыуҙы Леонид Гильченко бөгөн комиссия ағзаларының иғтибары үҙәгендә булырға тейешле төп мәсьәләләр иҫәбендә тип белдерҙе.

Башҡортостанстат хәбәр итеүенсә, ултырышта халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышы хаҡында төбәк вәкилдәренең докладтары тыңланды. Халыҡ иҫәбен алыу-2010-ды үткәреүгә Башҡортостандың нисек әҙерләнеүе тураһында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры, БР Хөкүмәте ҡарамағындағы 2010 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы әҙерләү һәм үткәреү буйынса Комиссия рәйесе урынбаҫары Илдус Илешев һөйләне.

Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда бар эштәр ҙә планға ярашлы һәм билдәләнгән ваҡытта алып барыла. Кадрҙар – ваҡытлыса халыҡ иҫәбен алыусы булып эшләүселәрҙе һайлап алыу әүҙем бара.  Халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға теләүселәрҙең исемлеге төҙөлә, кандидаттар менән әңгәмәләшеүҙәр үткәрелә. Билдәле талаптарҙы күҙ уңында тотоп, иҫәп алыу һәм инструкторҙар бүлмәләренә биналар тәғәйенләү эше тамамлана. Дөйөм иҫәптән 90 процент биналарҙың ҡайҙа урынлашыуы асыҡланған. Халыҡ менән мәғлүмәти – аңлатыу эштәре лә планға ярашлы алып барыла.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть