Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Мәскәүҙә «Бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү» эшлекле форумы үтә

Иҡтисад

Бөгөн Мәскәүҙә «Бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү» дөйөм Рәсәй эшлекле форумы үтә. Унда Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Зәйнуллин ҡатнаша.

Сараны ойоштороуҙа «Ведомости» гәзите һәм «Рәсәй терәге» Дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы ярҙам итә.

Форумда тикшерелгән мәсьәләләр араһында — бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә 2009 йылда ҡабул ителгән хөкүмәт ҡарарҙарынан һәм норматив-хоҡуҡи акттарҙан һөҙөмтә, бәләкәй бизнесҡа дәүләт ярҙамы һөҙөмтәлелеген күтәреү ысулдары һәм уны бойомға ашырыуға контроль, федераль, төбәк һәм урындағы кимәлдәрҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса өҫтәмә саралар.

Шулай уҡ һалым закондарының мөһим мәсьәләләре, электрон сауҙала дәүләт заказы өлкәһендә пилот майҙансыҡтарының эше, «бәләкәй (льготалы) хосусилаштырыу» проблемалары, эшҡыуарҙар өсөн кредиттар һәм гранттар ала алыу мөмкинлектәре тикшереүгә сығарылды.

Төбәк властарының бизнесҡа ҡарата өҫтәмә административ талаптарын йырып сығыу менән бәйле мәсьәләләр, ярашлы закон инициативалары айырым ҡарала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть