6 декабрь, Шишәмбе

19 май 2010 йыл, 10:33

Истанбулда башҡорт һабантуйы үтәсәк

автор: "Башинформ"

Истанбул ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Фән һәм мәҙәниәт көндәрен һәм 5-се башҡорт һабантуйын әҙерләү тамамлана. Был турала Башҡортостан Республикаһының Tөркиә Республикаһындағы вәкиле Каншаубий Мизиев хәбәр итте.

21 майҙа Истанбул университетында Башҡорт дәүләт университеты менән Истанбул университеты араһында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу һәм Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең 120 йыллыҡ юбилейына арналған "Европа халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте: үткән, бөгөнгө, киләсәк" халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын үткәреү планлаштырылған.

Шул уҡ көндө кис "Решад Нури сәхнәһе" театрында Мәжит  Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары ҡуйыуында "Әхмәтзәки Вәлиди" спектакле күрһәтеләсәк.

22 майҙа, традицион рәүештә, боронғо Истанбул үҙәгендә — Мәхмәт Акиф Эрсой паркында, бөтә донъяға билдәле Изге София ғибәҙәтханаһы менән Зәңгәр мәсет эргәһендә, башҡорт милли байрамы – һабантуй үтәсәк.

Был мөһим ваҡиғаға тиклем бер нисә көн алдан Истанбулда ошо сараға саҡырып, матур итеп биҙәлгән бильбордтар, алтаҡталар барлыҡҡа килде.

Төркиәнең мәҙәни баш ҡалаһында һабантуй үткәреү традицияһы 2006 йылда башланды, һәм 22 майҙа башҡорт һабантуйы бында инде бишенсе тапҡырына үткәрелә. Беҙҙең милли һабан байрамы ҡала халына һәм ҡунаҡтарына бик тә оҡшаны, һәм улар уны түҙемһеҙләнеп көтөп ала.