10 декабрь, Шәмбе

19 май 2010 йыл, 10:02

Башҡортостанда яңы бюджет буйынса эш алып барыла

автор: Эльвира Латипова

Яңы бюджет циклы башланды. Алдағы осорға ҡатмарлы иҡтисади хәл, шулай уҡ норматив-хоҡуҡи яңылыҡтар менән нигеҙләнгән байтаҡ үҙенсәлектәр хас буласаҡ.

Хәҙер иҡтисад блогы министрлыҡтары өсөн 2011-2013 йылдарға прогноздар проекттары һәм иҫәп-хисап өҫтөндә әүҙем эшләү осоро башлана. Бюджеттың баланслылығы, иҡтисади сәйәсәт уңышы һәм, ахыр килеп, халыҡтың тормош сифаты уның һөҙөмтәлелегенә бәйләнгән. 18 майҙа Республика йортонда үткән бюджетты проектлау буйынса Ведомство-ара хөкүмәт комиссияһы ултырышы һөҙөмтәле бюджет төҙөү мәсьәләләренә арналды.  

Хөкүмәт комиссияһы ултырышын беренсе вице-премьер, Башҡортостандың финанс министры Айрат Ғәскәров алып барҙы. Ул буласаҡ бюджет осороноң ҡайһы бер үҙенсәлектәрен билдәләне, алда торған закон новациялары тураһында һөйләне. Мәҫәлән, хәҙерге ваҡытта бюджет сығымдары һөҙөмтәлелеген күтәреү федераль программаһы раҫлауға әҙерләнә. Һөҙөмтәле бюджет планлаштырыуҙы үҫтереү концепцияһын республика кимәлендә лә ҡабул итергә кәрәк.  

— Был концепция Башҡортостан Республикаһы Президенты Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнгән бурыстарға тулыһынса яуап бирә, ул дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереүҙәрҙе идара итеүҙең программа-маҡсат ысулы принциптарына күсереүҙе күҙ уңында тота, — тине Айрат Ғәскәров.

Әлегә Рәсәй иҡтисадының 2011-2013 йылдарға күҙалланған шарттары билдәле түгел әле, шуға күрә республикала финанс документтары өҫтөндә эшләү төбәктең 2009 йылдағы һәм 2010 йылдың беренсе кварталындағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары нигеҙендә һәм Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығының яҡынса тәҡдимдәре нигеҙендә алып барыла. Был параметрҙар тураһында БР иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко һөйләне.

2010 йыл башы үҙе менән ыңғай үҙгәрештәр ҙә килтерҙе. Эске төбәк продукты үҫеше ете процент тәшкил итте. Тауарҙар экспорты 2,7 тапҡырға артты. Сәнәғәт производствоһы үҫеште. Әлбиттә, сағыштырмаса күрһәткестәргә 2009 йылдың беренсе кварталы базаһы түбән булыуы ла йоғонто яһай, әммә, иҡтисадсылар иҫәпләүенсә, ыңғай үҙгәрештәрҙә, беренсе сиратта, көрсөккә ҡаршы саралар күреүҙең дә роле ҙур.

Иҡтисадсылар 2011 йылға һәм 2013 йылға тиклем осорға социаль-иҡтисади үҫеш прогнозының бер нисә вариантын әҙерләне.

— Башҡортостан Республикаһында сценарийҙың төп варианты буйынса эске төбәк продуктының үҫеш темпы 2011 йылда – 104,4 процент, 2012 – 104,8 процент, 2013 йылда 105,5 процент тәшкил итеүе ихтимал, — тине БР Иҡтисади үҫеш министрлығы башлығы. – Эске төбәк продукты күләме ошо уҡ тәртиптә 888 миллиард, 1029 миллиард һәм 1073 миллиард һум тәшкил итәсәк. Сәнәғәт производствоһы индексы 2011-2013 йылдарҙа 105,4 процент, 105,8 һәм 106,3 процент кимәлендә күҙаллана.

Евгений Евтушенко ауыл хужалығы продукцияһы күләме, иҡтисадта инвестицион әүҙемлек, ваҡлап һатыу сауҙа әйләнеше һәм башҡалар буйынса прогнозды ла хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, прогноз осоронда инфляция темпы кәмей барырға тейеш. 2013 йылға инфляция кимәле 106 проценттан ашмаҫҡа тейеш.

Халыҡтың реаль аҡсалата табыштарының үҫеш темпы 2011 йылда – 105,8 процент, 2012 – 107,1, 2013 йылда 108,8 процент тәшкил итәсәк. 2013 йылда айлыҡ уртаса эш хаҡы, 2009 йыл кимәле менән сағыштырғанда, бер ярым тапҡырға артасаҡ.

Прогноздың бөтә төп параметрҙарына Рәсәй иҡтисадының сценарий шарттарын раҫлағандан һуң төҙәтмәләр индереләсәк әле.