10 декабрь, Шәмбе

18 май 2010 йыл, 17:40

Көньяҡ йүнәлештә хәрәкәт итеүсе поездарҙа йәйге ташламалар ҡаралған

автор: Любовь Колоколова

Йәйге осорҙа “Федераль пассажирҙар компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте  — "Рәсәй тимер юлдары" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлендек предприятиеһы  бер нисә алыҫҡа йөрөүсе поездарҙың купе һәм йоҡо вагондарында йөрөү хаҡын кәметә.

Шулай итеп, 1-20 июндә Адлер, Сочи, Анапа, Новороссийск, Кисловодск, Минеральные Воды һәм Ейскиға юлланасаҡ поездарҙың СВ һәм купе вагондарында йөрөүгә, 400-сө, 500-сө һәм 600-сө нумерациялы поездарҙан тыш, 20-процентлы ташлама билдәләнгән.

14 — 31 августа Адлер, Сочи, Анапа, Новороссийск, Кисловодск, Минеральные Воды һәм Ейскиға юлға сығасаҡ поездарҙың шундай уҡ кластағы вагондарында йөрөүгә, 400-сө, 500-сө һәм 600-сө нумерациялы поездарҙан тыш, шулай уҡ 20 процентлы ташлама тәғәйенләнгән.

1 июндән 30 сентябргә тиклем сәфәргә сығыусы бар өҫтәмә поездарҙың СВ һәм купе вагондарында йөрөүгә лә 20-процентлы ташлама билдәләнгән (400-сө һәм 500-сө нумерациялы).

Ташламалар менән билеттар һатыла башланы, тип хәбәр иттеләр Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенән.