9 декабрь, Йома

18 май 2010 йыл, 17:18

Ауырғазы районында йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе

автор: Эльмира Сабирова

«Йәштәргә эш!» республика акцияһы сиктәрендә 19 майҙа Ауырғазы районында вакансиялар йәрминкәһе үткәрелә.  

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сараға район мәктәптәренән юғары класс уҡыусылары һәм 82-се һөнәри белем биреү лицейы уҡыусылары саҡырылған. Эш биреүселәр сифатында райондың 20 ойошмаһы һәм учреждениеһы — ауыл хужалығы предприятиелары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һәр төрлө сервис хеҙмәттәре, район хәрби комиссариаты һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.

Йәрминкә сиктәрендә эш биреүселәр эш спецификаһы, перспективалар, мөмкин булған вакансиялар тураһында һөйләйәсәк. Шулай уҡ индивидуаль консультациялар ойоштороласаҡ.

Бынан тыш, акцияны ойоштороусылар – халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге һәм район хакимиәтенең йәштәр эштәре, физик тәрбиә, спорт һәм туризм буйынса бүлеге йәрминкәлә ҡатнашыусылар менән профориентацион эш үткәрергә ниәтләй.

темалар: йәштәр