3 декабрь, Шәмбе

18 май 2010 йыл, 15:38

ӨМЭПБ вәкилдәре Рыбинскиҙа “һаҡсыл производство” мәсьәләләре буйынса семинарҙа ҡатнашты

автор: Любовь Колоколова

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вәкилдәре "Сатурн" фәнни-производство берекмәһенең Белем биреү һәм профориентация үҙәгендә (Рыбинск) үткән проект-аналитик семинарҙа ҡатнашты.  "Оборонпром" оборона-сәнәғәт комплексының Корпоратив университеты ойошторған семинар "һаҡсыл производство" үҙләштереү проблемаларына арналды.

"Сатурн" берекмәһенән хәбәр итеүҙәренсә, илебеҙҙең двигатель һәм вертолеттар етештереүсе предприятиеларынан 90-дан ашыу вәкил ҡатнашҡан. Шулар араһында — ӨМЭПБ, «Моторостроитель» (Һамар), Н.Д. Кузнецов исемендәге Һамар фәнни-техник комплексы, Пермь моторҙар заводы, В. В. Чернышев исемендәге Мәскәү моторҙар эшләү предприятиеһы, "Ҡазан вертолет заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Семинар менән "Оборонпром" оборона-сәнәғәт комплексының генераль директоры Андрей Реус етәкселек итте.

Тәжрибә уртаҡлашыу, "һаҡсыл производство"ны үҫтереү проблемаһын тикшереү һәм корпорацияның етештереү системаһы принциптарын әҙерләү – ике көнлөк семинар эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Сарала ҡатнашыусылар “Сатурн” фәнни-производство берекмәһе буйлап экскурсияла йөрөгәндә предприятие цехтарында һәм корпустарында пилот проекттар менән танышты.

Әйтергә кәрәк, Башҡортостан предприятиеларында ла "һаҡсыл производство" принциптары индерелә.  Беренселәрҙән булып был йүнәлештә «ӨМЭПБ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте эш башлаған.