6 декабрь, Шишәмбе

18 май 2010 йыл, 15:16

Июндә нисек ял итәбеҙ

автор: "Башинформ"

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, биш көнлөк эш аҙнаһында 12 июнь байрам көнө менән бәйле 2010 йылдың 12,13,14 июне ял көндәре булып тора.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 12 июнь – Рәсәй көнө – байрам көнө булып тора.

2010 йылда 12 июнь – Рәсәй көнө байрамы аҙнаның ял көнөнә – шәмбегә тура килә. Тимәк, 12 июнь шәмбенән ял көнө 14 июнь дүшәмбегә күсерелә. 2010 йылдың 11 июне йома көндө эш оҙайлылығы бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.