3 декабрь, Шәмбе

18 май 2010 йыл, 14:55

«Йәштәр эшҡыуарлығы: идеянан бизнесҡа тиклем» дискуссия майҙансығы ойошторола

автор: Любовь Колоколова

Рәсәй Эшҡыуарлыҡ көнөнә ҡарата Эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә 21 майҙа Өфөлә «Йәштәр эшҡыуарлығы: идеянан бизнесҡа тиклем» дискуссия майҙансығы ойоштороласаҡ. Сараны 2010 йылға Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам программаһына ярашлы Өфө Эшҡыуарҙар союзы һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ойоштора.

Сарала Өфө Эшҡыуарҙар союзы Советы рәйесе, Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе урынбаҫары, «Респект» Хоҡуҡ Компанияһының генераль директоры Ольга Одинокова, Өфө Эшҡыуарҙар союзы Советы ағзалары — Башҡортостан республика юридик компаниялар ассоциацияһы рәйесе, "Фонд "АЯКС" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Владимир Вишневский һәм «Альянс» («Һеҙҙең өсөн эш») яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Арсен Нурижданов, БР Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы Советы ағзаһы, «Радуга» компанияһы төркөмө президенты Дмитрий Щербацкий һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.

Билдәле эшҡыуарҙар йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашасаҡ, үҙ ҡаҙаныштары хаҡында һөйләйәсәк, киң таралған хаталарҙан ҡурсалаясаҡ, яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарҙың идеяларын баһалаясаҡ.

Сара Өфө ҡалаһы, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 48/1, 3-сө ҡат, конференц-зал адресы буйынса үткәреләсәк.